Һунарҙа. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Һунарҙа


Бөгөн – йәкшәмбе көнө,
Ағайым өйҙә - мин шат.
Теҙеп ултыртып ҡуйып
Яҙҙыра беҙҙан инша:
“Ҡышын саңғыға баҫып,
Ҡуш көбәк мылытҡ аҫып,
Сығып китәм һунарға,
Бәхетемде һынарға.
Бер саҡ ҡуян тап иттем,
Аттым уға шап итеп.
Алып ҡайтҡас өйөмә
Эй ҡустылар һөйөнә”.
Инша шәп була беҙҙең –
Ошо юлдарҙы теҙҙем:
“Ағай мылтыҡҡа баҫып,
Ҡуш саңғы көбәк аҫып
Һунарға сығып китә,
Ҡуянда урман көтә.
Бер көн уға тап булған
Урманда өлкән ҡуян,
Ағайға төбәп атҡан,
Тегеһе тороп сапҡан.
Ҡайтып еткәс өйөнә
Эй ҡуяндар һөйөнә.”
Бутап бөтөрҙөм буғай,
Яңынан яҙам былай:
“Ағай урманға баҫып,
Ҡуш мылтыҡ бәхет аҫып,
Һунарға сығып китә,
Ҡуянда көбәк көтә.
Саңғыһын төбәп ата,
Мылтығын һөйрәп ҡайта.
Ҡуян ҡала өйөндә,
Эй ағайым һөйөнә”.
Бына быныһы ярай!
Уҡып сыҡты ла ағай
Сәпәп ҡуйҙы икеле.
… Насар яҙҙым шикелле.


2012